Йолаларҙы һаҡлап, заман менән бергә атларға
Район гәзитенең тәүге һаны 1930 йылдың 24 мартында донъя күрә. Аҙнаһына 3 тапҡыр ғәрәп телендә сыҡҡан “Ҡырмыҫҡалы колхозсыһы” “Башҡортостан” һәм “Коммунар” республика баҫмаларының күсмә гәзите булараҡ баҫыла. Архивта шулай уҡ 1933-1935 йылдарҙа сыҡҡан “Комбайн” гәзитенең тиҫтәләгән һаны һаҡланған. Ул МТС-тың сәйәсәт бүлеге органы булараҡ сыға. 1945 йылдан башлап районда рус һәм татар телдәрендә “Колхозник” һәм “Колхоз юлы” гәзиттәре сыға, ә биш йылдан һуң улар берләшеп, “Хезмәт даны” (“Трудовая слава”) исемен ала. 2006 йылда район гәзитенең биш тиҫтә йылдан артыҡ йөрөткән атамаһытарихта ҡала һәм гәзиттәр бөгөнгө исемдәренә эйә була: “Даирә”, “Кармаскалинская новь”, “Үзән”. “Даирә” үҙ аллы булараҡ 2007 йылдан башлап баҫыла.